Гектарынан бер центнер. Көньяҡ райондар хужалыҡтары ҡоролоҡтан зыян күрә. Йылайырҙа сәскән игенде лә йыйып ала аламаған фермерҙар бар. Ғәҙәти йылдарҙа был ваҡытта ырҙын табағында эштәр ҡайнап торһа, быйыл яландарҙа тынлыҡ. Хатта ужым культураларын сәсеп ҡалдырыу ҙа хәүефле. Орлоҡтарҙың юҡҡа сығыуы ихтимал. Фермерҙарҙың хәле менән БЮТ каналы хәбәрселәре ҡыҙыҡһынды.
Был яландарҙа ниндәйҙер культура сәселгән тип уйламаҫһың да. Ер өҫтө ҡоро таштар менән ҡапланған. Ә бит яҙын бында етен сәселгән. Юғары табышлы, ҡоролоҡҡа бирешмәүсән культура үҫтереп фермерҙар яҡшы уңышҡа өмөтләнгән. Әммә орлоҡтар хатта баш та күтәрә алмай юҡҡа сыҡҡан.
Үтәшевтар хужалығында етен әҙ булһа ла уңыш биргән. Ҡоролоҡта майлы культураларҙы үҫтереү серенә улар үҙҙәре лә аңғармаҫтан төшөнә. Былтыр улар өлгөрмәү сәбәпле етенде һуң сәсә. Әммә фермерҙарҙы аптыратып орлоҡтар яҡшы шыта. Быйыл да фермерҙар ғаиләһе кәңәш ҡороп етенде һуңғараҡ ултыртырға ҡарар итә. Һөҙөмтә күҙ алдында. Ләкин ҡыуанырға әле иртәрәк. Хәҙер был ҡоролоҡта уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мәсьәләһе тора.
Йыйып алынған хәлдә лә етен һатып алынған килем сәсеү сығымдарын, кредиттарҙы ҡаплауға ғына етеп ҡаласаҡ, ти фермерҙар. Иген культураларына иһә бөтөнләй өмөт юҡ. Гектар көсө быйыл күп тигәндә ике центнер ғына булған.
Йылайыр районында ла ҡоролоҡ сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Юғалтыуҙар күргән хужалыҡтар дәүләттән 54 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ.
Фермерҙар ярҙам алыр ҙа, шәхси хужалыҡтарға нишләргә? 1975 йылғы ҡоролоҡта урындағы халыҡ Балтик буйы илдәрендә мал аҙығы әҙерләгән. Хәҙер бындай мөмкинлек юҡ. Ә бит ҡоролоҡ 75 йылға ҡарағанда ла көслөрәк. Быға Йылайыр йылғаһының урыны менән юҡҡа сығыуы дәлил.
Көҙ етеп ямғырҙар башланыу менән ер аҫтына сумған йылға күтәрелер ҙә, әммә ундағы ҡырылған һыу аҫты тереклеген генә кире ҡайтарып булмаясаҡ. Шулай уҡ хужалыҡтар ҙа бындай ҡоролоҡтан тиҙ генә арынып, ныҡлы аяҡҡа баҫып китә алмаясағы билдәле. Әгәр дәүләт ярҙамы етәрлек булмаһа.
Айнур Кәбиров




