Әммә эштәргә тотонор алдынан халыҡ фекерен өйрәнергә кәрәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Уның билдәләүенсә, йәмәғәт биләмәләрен бер юлы төҙөкләндеп булмай, шуға ла беренсе сиратта ремонтты ҡайһы парктан башларға тигән һорау тыуа. Бында инде баш ҡалала йәшәүселәр үҙ фекерҙәрен еткерә ала. Бөгөн Башҡортостан башлығы Өфөнөң Нефтехимиктар паркы менән танышты.
Орджоникидзе районының йәмәғәт киңлегенә 1947 йылда нигеҙ һалынған. Совет осоронда парк Черниковкала йәшәүселәрҙең яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнә, әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң етемһерәп ҡала. Республика башлығы менән осрашыуҙа урындағы халыҡ Нефтехимиктар паркын төҙөкләндереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Улар реконструкцияланған биләмәлә йүгереү һәм велосипед юлдарын, спорт майҙансығы булыуын теләй. Ул саҡта һуңғыһында эргәләге олимпия рзервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә шөғөлләнә аласаҡ.
Совет районында Радий Хәбиров Урмансылар паркында булды. Бер нисә йыл элек биләмәлә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
Әммә заманса үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып паркты артабан да йәнләндереү талап ителә. Өфө халҡы иң беренсе балалар майҙынсығын киңәтеүҙ һәм уны хәүефһеҙ япма менән тәьмин итеүҙе һорай. Шулай уҡ кешеләрҙең сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауына зарлана. Республика етәксеһе әйтеүенсә, йәмәғәт тыңлауҙарынан һуң паркты артабан да төҙөкләндереү өсөн проект әҙерләнәсәк.




