Был турала Рәсәй фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Ул Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксе Александр Сидякин менән берлектә Өфөләге вуз-ара кампусҡа ингән объекттар менән яҡындан танышты.
Зәки Вәлиди урамындағы «Ай Кю парк» буласаҡ студент ҡаласығы объекттарының береһе. Киләсәктә уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеп, белем биреү һәм фән мәркәзе ойоштороу ҡарала. Парктың иң юғары нәктәһенән буласаҡ кампус ус төбөндәге кеүек күренә. Улар бер-береһенә терәлеп тигәндәй тора.
Сәфәр барышында етәкселәр элекке Киров заводы бинаһында туҡталды, шулай уҡ Архирейка биҫтәһен төҙөкләндереү мөмкинлектәре ҡаралды. Вуз-ара кампус төҙөлөш тамамланыу менән был биләмәләр студенттар инфраструктура ҡороу маҡсатында файҙаланыласаҡ. Айрат Ғәтиәтов проектты бойомға ашырыу ҙур яуаплылыҡ талап итеүен билдәләне.
Проект буйынса студент ҡаласығы төҙөлөшөндә алдынғы архитектура алымдары файҙаланыла. Билдәле булыуынса, Өфө кампусы 27 дәғүәсе араһынан конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алынды. Кампус республика йәштәрен генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш.




