Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға яңы йыһаздар һатып алыу ҙа индерелә. Белем усаҡтарын йөкмәткеһе менән бер юлы яңыртыу мөһим. “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелова ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Республикала 365 мәктәпкә капиталь ремонт кәрәк. Был һәр бишенсе мәктәп тигән һүҙ. “Беҙҙең маҡсат - проекттарҙы ваҡытында булдырыу, федераль финанслау алыу өсөн ғаризалар тапшырыу мөһим”, - тип белдерҙе Башҡортостане етәксеһе Радий Хәбиров. 2026 йылға тиклем йыл һайын 70 белем усағы төҙөкләндерелергә тейеш. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, республика мәктәптәре комплекслы капиталь ремонт проектына ҡушылырға әҙер. Быйыл был маҡсаттан ҡаҙнанан 400 миллион һум аҡса бүленгән. 18 мәктәп, 5 балалар баҡсаһы тәртипкә килтерелгән. Быйыл 9 яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе йылда тағы ла 6 белем усағын асыу ҡаралған. “Мәғариф” милли проекты буйынса, республикаға ауыл мәктәптәрен төҙөкләндереү өсөн 29 миллион һум аҡса күсерелә.




