Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла

    Быйыл баш ҡала мәктәптәренә 130 мең самаһы уҡыусы  бара. Уларҙың 15 меңдән ашыуы беренсе класс уҡыусылары. Уҡыу йылы барышында балаларҙың именлеген һәм уңайлы шарттарҙа белем алыуын тәьмин итеү өсөн йәй буйы ремонт эшләнде. Өфөнөң 44-се күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Сәғитова:

Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла

       Өфөнөң 44-cе полилингваль мәктәбендә 400-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Мәктәптә эпидемиологик талаптар теүәл үтәлә.  Уҡыусылар өсөн айырым инеү төркөмдәре булдырылған.  Белем көнө асыҡ һауала үтә. “Мәғариф учреждениеһында 140 камера урынлаштырылған, уларҙың байтағы онлайн тәртиптә эшләй”, - ти директор Азат Батыршин.

Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла

       Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса, республикала күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла. 3 йыл эсендә республикала ошондай 4 белем усағы асылды. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. 2024 йылға тиклем тағы ла 10 полилингваль мәктәп төҙөү планлаштырыла.

Фото №1 - Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ