Талҡаҫ күле буйында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 22 контейнер ҡуйылды

  Талҡаҫ күле буйында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 22 контейнер ҡуйылды. Баймаҡ халҡы социаль селтәрҙә күл буйында ял итеүселәрҙең күпләп сүп-сар ҡалдырып китеүенә зарланған. Был мөрәжәғәт район хакимиәте менән берлектә тикшерелгән. Һөҙөмтәлә, халыҡ фекерен иҫәпкә алып, яр буйында контейнерҙар урынлаштырыла. Йәй дауамында Республика менән идара итеү үҙәгенә йылға-күлдәрҙе бысратыуға зарланған 112 мөрәжәғәт килгән.

   “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото №1 - Талҡаҫ күле буйында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 22 контейнер ҡуйылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ