Бүләккә бесән. Асҡында «Сәләмәт ауыл» проекты сиктәрендә «Вакцина эшләт тә бесән от!» дәртләндереү акцияһының һөҙөмтәләре асыҡланды. Бүләк шәхси хужалығы булған һәм коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын ҡаҙатҡан ауыл кешеләре араһында уйнатылды. Бәхет кемгә йылмайған? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова белә.
Асҡын районында прививка яһатыусылар төрлөсә дәртләндерелә. Быға тиклем улар шифаханаға юллама, бассейнға абонемент, мото салғы менән бүләкләнгәйнеләр. Был юлы урындағы хакимиәт йылдың ҡоро килеүе һәм сабынлыҡтарҙың ҡояш аҫтында ҡурылып бөтөүен иҫәпкә алып, вакциналаныусылар араһында бесән уйнатты.
Өс еңеүсегә өсөшәр төргәк бесән. Бүләкләү тантанаһы район үҙәгендәге ойошторолған йәрминкә байрамына тура килде. Әйткәндәй, Асҡын районында быйыл тәүге тапҡыр төбәк халҡы етештерегән ауыл хужалығы тауарҙары сауҙаға сығарылды. Майҙанда фермерҙар ғына түгел, шәхси хужалыҡ вәкилдәре лә урын алды. Кәштәләр һөт продукцияһы, ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәр, йәшелсә-емеш һәм бал менән тулы ине.
Бүләкте ҡайҙа бушатырға икәнлеген хәл итеү - еңел генә бирелмәне. Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Илзидә Ғәфиева һыйыр аҫрай. Уға мал аҙығын хәстәрләү күптән үк башланған. Прививканы бесән отам тип яһатманым, уҡытыусы булараҡ үҙемде һәм балаларҙы хәүефле сирҙән аралағым килә, ти "Сәләмәт ауыл" акцияһында еңеүсе.
Тағы ике еңеүсенең һарайына яҡын арала 3 төккә бәйләнгән бесән индереләсәк. Әлеге көндә Асҡын районыныда халыҡтың 71 проценты вакцина ҡаҙатҡан. Көҙгөһөндә прививкалау темптарын кәметмәү һәм халыҡ менән аңлатыу эштәрен алып барыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова




