Башҡортостанда яман шештән яфаланған балалар өсөн дауаханала мәғариф бинаһы асылды

Республика балалар клиник дауаханаһында «Уҡып беләбеҙ» проекты ойошторолдо. Медицина учреждениеһында оҙаҡ дауаланған малай-ҡыҙҙар мәктәп программаһы буйынса дәрестәр аласаҡ һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнәсәк.

Рәсәйҙә 7 йыл дауамында ғәмәлгә ашырылған проект сиктәрендә йөҙәрләгән балаға һауығып сыҡҡас мәктәп программаһынан артта ҡалмай белемен камиллаштырырға булышлыҡ иткән.

Башҡортостанда асылған мәғариф бинаһы юбилей проект тип иҫәпләнә, сөнки республика «Уҡып беләбеҙ» программаһы асылған 45-се төбәк булып тора. Яман шеш һәм башҡа сирҙәр менән ауырыған балалар өсөн шәхси уҡыу программаһы ҡарарлған. Медицина учреждениһында 1 айҙан алып 2 йылға тиклем дауаланған малай-ҡыҙҙарҙы махсус әҙерләнгән педагоктар уҡытасаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда яман шештән яфаланған балалар өсөн дауаханала мәғариф бинаһы асылды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ