Республика төбәктәрендә мәктәп уҡытыусыларының август кәңәшмәһе дауам итә

Ошо нигеҙҙә ҡала-район мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылының саралар планы барлай. Әбйәлил районы педагогтары Мауыҙҙы күле буйындағы шифаханала осрашты.

Уҙған уҡыу йылында төбәктең алты мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе», тағы дүртәүһендә «Һанлы мәғариф мөхите» проекттары ла тормошҡа ашырылған. Быйыл 719 бала беренсе синыфҡа барыр тип көтөлә. Кәңәшмә сиктәрендә, бер төркөм уҡыусылар дәүләт наградалары менән тәбрикләнде.

Райондың алты мәктәбенә математика, химия һәм биология уҡытыусылары талап ителә. Ауылға эшкә ҡайтыусы педагогтарға бер миллион һум аҡса биреү программаһының оҙатылыуы, эште яйға һалыр тигән ышаныс уята, тиелде кәңәшмәлә.

Ауыл ерлегенә ҡайтып урынлашыусы педагогтар 50 йәштән өлкәнерәк булмаҫҡа тейеш. Миллион һум аҡсаны алыр өсөн уларға хеҙмәт килешеүе буйынса уҡытыу ваҡыты 18 сәғәттән дә кәм булмаған эш аҙнаһы шарттарында аҙ тигәндә биш йыл кәрәк була.

Фото №1 - Республика төбәктәрендә мәктәп уҡытыусыларының август кәңәшмәһе дауам итә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ