Спорт ҡаҙаныштары өсөн яңы мөмкинлектәр

Баймаҡ районында капиталь ремонттан һуң спорт залы файҙаланыуға тапшырылды. Ишмырҙа ауылының спорт үҙәге “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә яңыртылды.

Беренсе сентябрҙә Ишмырҙа мәктәбе 82 уҡыусыны ҡабул итәсәк. Яңы уҡыу йылы алдынан Ирмәк Ишмырҙин ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки уның яратҡан физкультура дәресе заманса спорт залында үтәсәк.

Ауыл мәктәбенең спорт залының иҙәндәре тулыһынса алмаштырыла, стена-түшәмдәре тигеҙләнә, йылытыу һәм элект селтәре системаһы яңыртыла. Бынан тыш, яңы спорт кәрәк-яраҡтары алына.

Спорт залының төҙөкләндерелеүе уҡыусылар өсөн генә түгел, ата- әсәләр өсөн дә оло шатлыҡ. Урында мәктәп – берҙән-бер спорт объекты. Тап ошонда ғаилә конкурстары, ауылдар араһында төбәк спорт ярыштары үтә.

Мәғариф милли проекты буйынса, районда һигеҙ спорт залы яңы һулыш алды. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу, һис шикһеҙ, яңы еңеүҙәргә һәм ҡаҙаныштарға башланғыс булып тора.

Фото №1 - Спорт ҡаҙаныштары өсөн яңы мөмкинлектәр

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ