Сүп-сарҙан табыш. Өфө районы эшҡыуары Вадим Нөркәев Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып экологик цех асыуға ирешкән. Ул туҙып ятҡан полиэтилен һәм пластик әйберҙәрҙән урам йыһаздары етештерә башлаған.
Подымалово ауылында сыҡҡан эскәмйәләр, урна һәм ҡоймаларҙы бөгөн республиканың бер нисә төбәгендә осратырға мөмкин. Әммә был эштең башы ғына, сөнки сарафанлы радио ярҙамында заказдар һаны һуңғы ваҡытта бермә-бер артҡан. Йүнен тапҡан йүнсел менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Вадим Нөркәев үҙе лә аңғармаҫтан яңы производство асып ебәргән. Ул полиэтилен һәм пластик әйберҙәрҙән урам йыһаздары яһарға өйрәнгән. Был эшкә тотонорға һыу буйындағы сүп-сар өйөмдәре сәбәпсе булған. Мәғлүм булыуынса, ппандемия менән бәйле һуңғы ваҡытта йылға-күлдәрҙә ял итеүселәр бермә -бер артҡан. Был үҙ сиратында төрлө ҡалдыҡтарҙың ишәйеүенә килтергән. Әлбиттә, бындай күренешкә булдыҡлы егет бер ҙә генә битараф ҡалырға теләмәгән. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында ул сүп-сарҙы эшкәртеү хыялы менән яна башлай.
Эште башлар өсөн 5 миллион һум талап ителгән. Ҡорамалдар урынлаштырыу менән урам йыһаздары етештерелә башлай. Әлегә сеймал менән өҙлөклөктәр тыуғаны юҡ, әгәр ҙә ваҡланған пластик төбәк операторынан башлыса һатып алынһа, полиэтилен халыҡтан бушлай ҡабул ителә. Һуңғы метериал әҙер продукцияға һығылмалылыҡ өҫтәй.
Бер эскәмйәне эшләр өсөн 40 килограмм самаһы пластик кәрәк. Ваҡланған сеймал йылға ҡомо менән бутала, һуңынан 160 градуста мейестә иретелеп, артабан пресс-формаға һалына. Экопродукцияның ҙур ғына партияһы ошо көндәрҙә Күмертауға оҙатылған, әле Бүздәктән дә заказ килгән. Әйтергә кәрәк. эшҡыуар яуланған үрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Яҡын киләсәктә ул башҡа төр продукция ла сығара башларға ниәтләй.
Йүнселдең киләсәккә пландары ҙур, әммә ышаныслы аҙымдар менән алға атлау өсөн ул дәүләттең дә ярҙамына мохтаж.
Илдар Байбулатов




