Иң ҙур янғындар Белорет районында

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 3 урында урман янғыны сыҡҡан. Йылайыр, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында ут сығыу осраҡтары теркәлгән. Әле Республикала 4 урында урман яна. Иң ҙур майҙандар Белорет районында, унда 2 меңдән ашыу гектарҙы һүндерергә кәрәк. Шулай уҡ Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында 3 гектарҙан ашыу майҙанда янғын менән көрәшәләр, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан.

Фото №1 - Иң ҙур янғындар Белорет районында
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ