Өфөлә һыу сифаты тикшерелде. Был ял көндәрендә һыуҙың бысраныуы тураһында хәбәрҙәр булды. "Өфөводоканал" предприятиеһы тикшереү уҙғарған. Лаборатория анализдары буйынса һыуҙа фенол, нефть ҡатнашмалары һәм башҡа зарарлы матдәләр табылмаған, эсәр һыу халыҡ өсөн хәүефһеҙ, ти хәбәр итәләр предприятиенан.







