Республика ураҡ тамамланыу өҫтөндә

Башҡортостанда 7 район ураҡты тамамланы, 21 районда урып-йыйыу һуңғы гектарҙарҙа алып барыла. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика игенселәре 1 миллион 900 мең тонна ашлыҡ йыйған. Бөгөнгә аграрийҙар баҫыуҙарҙың 94 процентында урып-һуғыу эштәрен теүәлләгән. Гектар ҡеүәте 13 центнер тирәһе. Стәрлетамаҡ хужалыҡтары 125 мең,  ауырғазылар 116 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған.  Ҡариҙел хужалыҡтары  ла ураҡты тамамлап,  ужым культураларын сәсеүгә төшкән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Нәфис Гәрәев һөйләй.

Республика ураҡ тамамланыу өҫтөндә

Республика хужалыҡтарына 600 мең гектарҙа ужым культураларын сәсеү  бурысы тора.

Фото №1 - Республика ураҡ тамамланыу өҫтөндә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ