Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар кәмемәй

Республикала уҙған тәүлектә коронавирус ҡорбандары 15 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып, үлем осраҡтары 1 мең 116-ға етте. Әле стационарҙа 678 пациент дауалана, уларҙың 58-е ауыр хәлдә. 9 сирле яһалма һулыш алыу аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 302 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Башҡортостанда халыҡты вакциналау дауам итә. Һуңғы тәүлектә прививка яһатыусылар исемлегенә 13 мең 856 кеше өҫтәлгән. Вакциналауҙы тулыһынса 994 мең 345 кеше тамамлаған. Ауырыуҙан һаҡланыу маҡсатында коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Табиптар фекеренсә, бының өсөн халыҡтың кәмендә 60 проценты вакцина эшләтергә тейеш. Өфөнөң Дим биҫтәһе дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов:

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар кәмемәй
Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар кәмемәй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ