Был турала Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡайһы бер обьекттарҙа эшкә илке-һалҡы ҡараш күҙәтелә, подъездар еренә еткереп төҙөкләндерелмәй. Һөҙөмтәлә фатир хужалары араһында ла ҡәнәғәтһеҙлек барлыҡҡа килә.
Башҡортостан башлығы был факттар буйынса тикшереү уҙғарырға һәм яуаплы кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты. Хөкүмәт кәңәшмәһендә иҡтисади күрһәткестәр ҙә ҡаралды. Йыл башынан алып сәнәғәттең етештереү ҡеүәте – 103,5 процентҡа, сауҙа әйләнеше 11,3 процентҡа күтәрелгән. Шулай уҡ хеҙмәт хаҡы ла артҡан.
Оператив кәңәшмәлә яңы уҡыу йылына әҙерлек хаҡында ла һүҙ барҙы. Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, сәләмәтлеге менән проблема булған балалар дистанцион форматта уҡый аласаҡ. Онлайн режимға күсеү өсөн уларҙың ата-әсәләренән ғариза яҙыу ғына талап ителә. Өйҙә белем алған уҡыусылар тейешле кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителәсәк.
Рәмзиә Кәримова




