Сәйәси партиялар әүҙем эш алып бара

Пенсионерҙарға 10 мең һумлыҡ түләүҙәр был аҙнала уҡ башлана. Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, банк картаһына пенсия  алыусыларға был аҡса 2 сентябрҙә үк күсерелә. Башҡа хаҡлы ялдағылар түләүҙе пенсияларына өҫтәп ала. Рәсәйҙә бөтә пенсионерҙарға 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған ярҙам тураһында президенты Владимир Путин "Берҙәм Рәсәй" съезында белдерҙе.

Өфөлә  Иосиф Сталинға бюст урынлаштырылыуы көтөлә. КПРФтың төбәк бүлексәһе аҡса йыя башлаған. Иосиф Сталин етәкселегендә  ил ҙур уңыштарға иреште, фашизмды еңде. Ил хаҡлының 70 проценты уның эшмәкәрлеген хуплай. Шуға Өфөлә Сталиндың бюсы булырға тейеш, тигән фекерҙә фирҡә вәкилдәре.

ЛДПР автобусы Республика буйлап йөрөй. Ошо көндәрҙә ул Белорет районында һәм Сибай ҡалаһында булды. Урындағы халыҡ менән осрашыуҙа проблемалар ҡаралды, уларҙың хәл итеү юлдары билдәләнде. Килеүселәргә иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды.

Рәсәйҙә һәр граждан өсөн төп килем билдәләргә тәҡдим ителә. Йәғни, айлыҡ  табыш шул сумманан кәм булмай. Тәҡдим авторҙары - "Ғәҙел Рәсәй" партияһы вәкилдәре әйтеүенсә, илдә әле  18 миллиондан ашыу фәҡир бар. Уларҙың килемен арттырыу һөҙөмтәле булырға тейеш. Сығымдарҙың артыуы иҡтисадты  йәнләндереү мөмкинлеге бирә, тигән фекерҙә фирҡә ағзалары.

Фото №1 - Сәйәси партиялар әүҙем  эш алып бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ