Башҡортостан Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек дауам итә

Сәйәси кампанияға граждандарҙың иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында һәр партия эшмәкәрлеге тураһында плакаттар таратыла, баннерҙар ҡуйыла. Кандиттар урындағы халыҡ менән аралашып мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй. Был аҙнала агитация киң мәғлүмәт саралырында ойошторола башланы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Комунистар партияһының төбәк бүлексәһе сәйәси кампания маҡсаттары тураһында фекер алыша. Сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарға фирҡә ҡала Советына 45 кандидат әҙерләнгән. Бер мандатлы округтан 6 һәм шунсама кандидат Дәүләт думаһына партия исемлеге буйынса дәғүә итә. Коммунистар өгөтләү материалдарын, плакаттарҙы, календарҙарҙы халыҡҡа таратып ихаталарҙа граждандар менән аралашты.

ЛДПР партияһында ла агитацияның ҡыҙған мәле. Сәйәси кампанияға әҙерлек сиктәрендә республика төбәктәренә автобустар юлланды. Партия ағзалары урындағы халыҡ менән аралашып сәйәси программа тупланған мәғлүмәт материалдары таратты.

Берҙәм Рәсәй Сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә лә ил парламенты һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына һайлаға әҙерлекте дауам итә. 300 агитация баннеры әҙерләгән, республика буйынса 35 электрон экран ҡулланыла. Уларҙың күбеһе өфөгә тура килә.

«Ғәҙел Рәсәй» партияһы Владивосток ҡалаһында көнсығыш Медиафорумында сығыш яһаны. Бөгөн Мәскәүҙә сәйәси фирҡәнең һайлау алды штабы ултырыш үтте. Осрашыуҙың көн тәртибенә «Ғәҙел һайлау» проекты сиктәрендә тауыш биреү барышына күҙәтеүгә партия ағзаларын йәлеп итеү мәсьәләһе сығарылды.

Һайлау быйыл өс көн 17 -һенән 19 сентябргә тиклем дауам итә. Башҡортостан халҡы Дәүләт Думаһынан тыш республика парламентының айырым участкалары буйынса депуттатар һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарын һайлай.

Республикала 14 сәйәси фирҡәнән 94 кандидат тәҡдим ителде. Шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлгән. 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән, тауыш биреү участкаларында мең 315 камера эшләйсәк.

Фото №1 - Башҡортостан Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек дауам итә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ