Башҡортостан һөнәрмәндәре икенсе урын алды

"Йәш һөнәрмәндәр" Милли чемпионатының финал ярыштарында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урын яуланы. Икенсе баҫҡыста шулай уҡ Санкт-Петербург командаһы. Беренсе урында Татарстан вәкилдәре. Мәскәү өлкәһенең йәш һөнәрмәндәре өсөнсө урында. Чемпионаты финалы юғары кимәлдә ойошторолдо. Уны үткәреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Башҡортостан командаһын конкурентлы ярышта еңеүгә ирешеүе менән ҡотлайым”, тине бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.

Башҡортостан һөнәрмәндәре икенсе урын алды

“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында еңеү яулаған Башҡортостан йәштәренә 100 мең һум премия була. Финал призерҙарына 50 мең һум түләнә. Уларҙың уҡытыусыларына ла матди дәртләндереү ҡаралған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров аҡсаларҙы тиҙ арала күсерергә ҡушты.

Башҡортостан һөнәрмәндәре икенсе урын алды

“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында илдең 76 төбәгенән 1 мең 800 кеше ҡатнашты. “Өфө – гүзәл ҡала. Бында киң күңелле һәм ихлас кешеләр йәшәй. Өфөнән иң матур хәтирәләр менән ҡайтып китәбеҙ”, - ти Сыуашстандан Людмила Иванова һәм Санкт-Петербургтан Вера Петрова.

Башҡортостан һөнәрмәндәре икенсе урын алды

Ярышта дөйөм команда иҫәбе буйынса беренселектең абсолют чемпионы тип Мәскәү йыйылма командаһы иғлан ителде.

Фото №1 - Башҡортостан һөнәрмәндәре  икенсе  урын алды
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ