Асыҡ һауа аҫтында. Рәсәй киноһы көнөндә Өфөлә «Кино төнө» акцияһы ойошторолдо. Уның сиктәрендә Әмир Абразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы иң тәүҙә төбәк мультипликаторҙары эштәрен тәҡдим итте.
Һуңынан ҙур экранда ғаилә фильмдары күрһәтелә башланы. Сара бер юлы республиканың 25 майҙансығында үтте. «Кино төнө» бөтә Рәсәй акцияһын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Кино фонды менән берлектә 2016 йылдан уҙғара.
Илдар Байбулатов




