Пандемия башланған көндән үлем осраҡтары 1 мең 116-ға етте.
Стационарҙарҙа әле 678 пациент дауалана, уларҙың 58-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына 9 сирле тоташтырылған. Сир таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә генә коронавирустың 302 яңы осрағы раҫланған, дөйөм алғанда уны 57 мең 50 кеше йоҡторған.
Вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә прививка ҡаҙатыусылар исемлеге 13 мең 856 кешегә тулыланды. Дөйөм алғанда вакциналауҙы тулыһынса 994 мең 345 кеше тамамлаған. Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы 1 миллион 414 мең 968 доза прививка килтерелгән. Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Табиптар фекеренсә, бының өсөн халыҡтың кәмендә 60 процентын вакциналау шарт.




