Эш урындарында прививка эшләтеү мөмкинлеге менән бер-нисә ойошманың хеҙмәт коллективтары ҡулланды.
Тәҙөүселәр өсөн мобиль вакцинациялау пункты Өфөнөң Затон биҫтәһендә ойошторолдо. Күп ҡатлы йорт төҙөлөшө янында ғына эшселәргә вакцина эшләтеү мөмкинлеге булдырылды. Бындай мөмкинлек менән төҙөлөш ойошмаһының 70-тән ашыу эшсеһе ҡуллана алды.
Хеҙмәт коллективтары табиптарҙың күсмә төркөмөн саҡырыу өсөн эш урынына яҡын поликлиникаға заявка бирә ала.
Күсмә вакциянациялау пунктында ике төрлө вакцина: бер компонентлы спутник-лайт һәм ике компонентлы гам-ковид ҡулланыла. Вакциналар махсус һыуытҡыста һаҡлана. Күсмә вакцияналау пукнтында шәфҡәт туташтары пациенттың тән температураһын, сатурацияһын үлсәй.Вакцинациналау үтергә теләгән эшселәргә алдан яҙылып һәм оҙон сират торорға кәрәкмәне. Улар эш урыны эргәһендә СНИЛС һәм паспортындағы мәғлүмәттәрҙе теркәп прививка ҡаҙата.
Гүзәл Борханова




