Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр билдәһеҙ шыйыҡса менән тулы эйәһеҙ һауыттарҙы таба

Бының хаҡта улар социаль селтәрҙә хәбәр итә. Фараз итеүенсә, резервуар эсендә нефть продукттары булыуы ихтимал.

Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында урынға Благовещен районы хакимиәте вәкилдәре тикшереү менән сыҡты. Ҡуйы шыйыҡса цистерналары элекке биохимик комбинаты биләмәһендә табыла. Завод 90-сы йылдарҙа бөлгөнлөккә төшә һәм бар мөлкәт һатыла.

Резервуар ер аҫтында урынлашҡан, өҫкө яҡҡа унан дүрт торба сығып тора. Эҫе көндәр арҡаһында шыйыҡса ҙур булмаған биләмәгә ҡойолған, ти хакимиәт вәкилдәре. Ул мейес йылытыусы яғыулыҡ булыуы ихтимал.

Хәҙер мөлкәттең һәм ерҙең хужаһын асыҡлау бурысы тора. Биләмәнең эйәһе табылмаған осраҡта, шыйыҡсаның түгелеү эҙемтәләрен муниципалитет көсө менән таҙартыласаҡ. Урындағы хакимиәт табыш тураһында төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр иткән. Иртәгә ведомство хеҙмәткәрҙәре тикшереүгә сығасаҡ.

Бысранған майҙан ҙур түгел, барлығы 6 квадрат метр. Ул сәнәғәт биләмәһе. Һыу ятҡылыҡтарына хәүеф янамай. Шуға ҡарамаҫтан, иртәгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм лаборатория хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урынды тикшерергә сығасаҡбыҙ.

Рөстәм Мифтахов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары
Фото №1 - Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр билдәһеҙ шыйыҡса менән тулы эйәһеҙ һауыттарҙы таба

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ