Егәрлегә уңыш йылмая. Әбделкәрим ауылында «Йәнегетов» крәҫтиән фермер хужалығы тиҫтә йылдан ашыу йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Йыл ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан быйыл да тырыш хужалар ярайһы ғына уңыш алыуға өлгәшкән.
2008 йылдан Рима менән Йәмил Йәнйегетовтар Әбделкәрим ауылы эргәһендәге 5 гектар ерҙе ҡуртымға алып асыҡ ерҙә һәм теплицала йәшелсәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Йүнселдәрҙе бөгөн ышаныслы рәүештә үҙ эштәренең оҫталары тип әйтергә була.
Был йүнәлештә йыл әйләнәһенә ял юҡ, даими ер менән булышҡанда ғына хеҙмәтеңдең емештәрен татырға була. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор орлоҡтарының беҙҙең климатҡа яраҡлашҡандарын февраль аҙағы март баштарында сәсеүгә әҙерләй. Әле егәрле хужа иртә өлгөрә торған кәбеҫтәләрҙе һатыуға ла сығара башлаған.
Йәшелсә халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Күптәр ситтән килтерелгән тауарға ҡарағанда үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә лә фермерҙар киләсәктә үҙ хужалығын тағы ла киңәйтергә, үҫтерергә ниәтләй.
Раушания Рәхимова




