Хәйбулла үҙәк район китапханаһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үтте

Ул Башҡорт тарихы йылына арналды. Сара сиктәрендә «Тыуған еремде данлап» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе эшләне, шулай уҡ «Хәтер китабы» проектына байҡау яһалды.

Район педагогтары ер-һыу атамалары, ауыл исемдәренең барлыҡҡа килеү тарихы, билдәле кешеләре тураһында ҡыҙыҡлы сығыштар әҙерләгән. Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Әминә Шәрипова ла эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек, патриотик рухта тәрбиәләү алымдарын һөйләне.

Тарих уҡытыусыһы булараҡ балаларҙа тыуған яҡты өйрәнеүгә һөйөү уятырға тырышам. Кесе Ватанға иғтибарҙарын йүнәлтәм. Уҡыусылар ауыл тарихы буйынса тикшеренеүҙәр алып бара.

Әминә Шәрипова, Сиҙәм урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы
Фото №1 - Хәйбулла үҙәк район китапханаһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ