«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Асҡын районы автоклублы булды

Тәгәрмәс өҫтөндәге мәҙәниәт йорто асҡындарға июль аҙағында килде.

Был ваҡыт эсендә урындағы мәҙәниәт йорто артистары кескәҙәргә әкиәт күрһәтеп тә, халыҡҡа йыр-моңға бай ял минуттары бүләк итеп тә өлгөрә. Хәҙер бәләкәй, төпкөл ауылдарҙа ғына түгел, хатта баҫыуҙа ла концерт күрһәтергә мөмкин.

Күсмә автоклуб ярты сәғәт эсендә заманса технологиялы сәхнәгә әйләнә. Бында яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратураһы, шулай уҡ үҙ автономиялы электр ҡоролмаһы бар. Асҡын районы мәҙәниәт йорто гасролдәргә сығырға әҙерләнә. Әлеге ваҡытта репертуарҙы байытыу өҫтөндә эш алып барыла.

Фото №1 - «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Асҡын районы автоклублы булды

Әлфинә Кидейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ