Башҡортостанда 498 мең 441 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, республикала быйыл 60 мең 239 бала беренсе класҡа бара. Өфөлә 15 меңдән ашыу уҡыусы тәүге тапҡыр парта артына ултыра. Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы «уҡыу процесын тулыһынса дистанцион форматҡа күсереү өсөн нигеҙ юҡ, әммә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫәпкә алып, төрлө хәлгә әҙер булырға кәрәк тине. Белем көнө мәктәптәрҙә саф һауала 1-се һәм 11-се класстар өсөн тантаналы линейкалар менән башлана. Уларҙа битлек тәртибен һаҡлап ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Уҡытыусылар араһында ла битлек тәртибе һаҡлана, дәрес ваҡытында уны сисергә була. Бөгөнгә педагогтарҙың 70 проценты вакцина алған. Белем усаҡтарында медицина инспекторҙары эшләйәсәк. Һаулығы менән проблема булған балалар өсөн ситтән тороп уҡытыу ҡаралған. Бының өсөн ата-әсәләр ғариза яҙырға тейеш.




