Радий Хәбиров яңы мәғариф үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Бөгөн Өфө районы Зубов ауылында “Белем” тип аталған яңы мәғариф үҙәге асылды. Ул 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә. Белем һәм тәрбиә усағы “Демография” милли проектына ярашлы сафҡа индерелгән. Мәктәпте асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул ҡотлау телмәрендә мәктәптәрҙә санитар-эпидемилогик талаптарҙың үтәлешенә етди иғтибар биреү мөһимлеген билдәләне.

Радий Хәбиров яңы мәғариф үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Быйыл Зубов ауылындағы яңы мәктәптә 956 бала белем ала. Бөгөн республикала ярты миллион самаһы уҡыусы парта артына ултырҙы. Был һан былтырғы менән сағыштырғанда, 9 меңгә күберәк, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығанан. 58 меңдән ашыу бала бөгөн 1 класҡа барған.

Фото №1 - Радий Хәбиров  яңы мәғариф  үҙәген асыуҙа ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ