Башҡортостан “Йәшел Рәсәй”гә ҡушыла

11 сентябрҙә Башҡортостан “Йәшел Рәсәй” тип аталған федераль экологик өмәгә ҡушыла. Әммә беҙҙә саралар бер ни тиклем һуңғараҡ ойошторола. Быны ҡоролоҡ менән аңлаталар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала акция 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем уҙғарыла. Ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, 155 мең ағас һәм 1 мең ярым ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла.

Башҡортостан “Йәшел Рәсәй”гә ҡушыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Нефтекама тәжрибәһе менән танышырға ҡушты. Унда хакимиәт ҡаланы йәшелләндереү барышында тематик аллеялар булдырған.

Башҡортостан “Йәшел Рәсәй”гә ҡушыла

Радий Хәбиров ҡайһы ҡалала, ниндәй биләмәгә ағас ултыртылыуы хаҡында белешмә әҙерләргә ҡушты. Ул аҙна аҙағына әҙер булырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостан “Йәшел Рәсәй”гә ҡушыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ