Республикала хәүефле сирҙе йоҡтороусылар арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса уҙған тәүлектә хәүефле сирҙе йоҡтороуҙың 303 яңы осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән алып барлығы 57 мең 353 кеше ауырыған. Стационарҙарҙа 670 пациент уларҙың 65-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 12 кеше.

Уҙған тәүлектә коронавирус йәнә 14 кешенең ғүмерен ҡыйған, һәләк булыусылар һаны 1 мең 130-ға етте.

Вакциналау ҙа туҡтамай. Республикаға 1 миллион 458 мең 168 доза прививка килтерелгән. Вакциналауҙы тулыһынса 1 миллион 5 мең 523 кеше үткән. Һуңғы тәүлектә прививка ҡаҙатыусылар исемлеге 17 мең 890 кешегә артҡан.

Фото №1 - Республикала хәүефле сирҙе йоҡтороусылар арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ