Ул 1680 гектар майҙанға таралып өлгөргәйне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, урмансылар һәм урындағы халыҡ көсө менән хәүеф сығанағы юҡ ителде.
1 сентябрь иртәһенә Башҡортостандағы барлыҡ урман янғындары ҡамауға алынған. Улар иҫәбендә әле Межгорье ҡалаһы эргәһендәге ут сығанағы ла бар. Урман янғыны 840 гектарҙы биләй. Әле ҡамауҙа алынған утты һүндереү эштәре башҡарыла. Ауыл-ҡалаларға хәүеф янамай тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.




