Акцияның маҡсаты мөмкинлектәре сикләнгән кескәй ватандаштарыбыҙға ярҙам ҡулы ҡуҙыу.
Күптән түгел генә 7 йәшлек Йәмил Ғәйетбаев үҙ аллы аяғына ла баҫа алмаған. Президент грантына асылған «Өмөт» клубында шөғөлләнеү уға ысын мәғәнәһендә хәрәкәт итеү мөмкинлеге бүләк итте. Бөгөн малай беренсе синыфҡа, мәктәпкә барҙы.
Риза Дәүләтбаев изгелек марафонында ҡатнашыу өсөн Әбйәлил раййонынан килгән. Йәмилдең рух ныҡлығы уны ла хайран ҡалдырған. Замандашыбыҙ әйтеүенсә, изгелек ҡанат ҡуя, аяҡҡа баҫтыра һәм ул сиктәр танымай.
Уҡыу йылы алдынан Баймаҡ ҡалаһында бишенсе йыл рәттән изгелек марафоны үтә. Уның маҡсаты мохтаждарға ярҙам ҡулы һуғый. Йылдан-йыл акцияла ҡатнашырға теләүселәр һаны арта ғына.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай тигән халҡыбыҙ. Шуға ла күңел йылыһын өлөшөн, ҡулдан килгәнсе мохтаждарға ярҙам күрһәтеү үтә лә яуаплы һәм мөһим эшмәкәрлек.
Рафиҡ Әхмәтшин




