Яңы уҡыу йылына – заманса мәктәп!

Бөгөн Өфө районы Зубов ауылында «Белем» мәғариф үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән тәбрикләргә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде.

«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәғариф учрежениеһының хаҡы 447 миллион һум баһалана. Сумманың бер өлөшө федераль бюджет иҫәбенә ҡапланған. Балалар шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Яңы мәктәптә тәүге ҡыңғырау яңғырай. Зубов ауылындағы мәғариф үҙәге беренсе йылда уҡ меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итте. Проект буйынса ул 640 урынға иҫәпләнгән, әммә ауылдың йылдам үҫеүе яңы мәғариф усағына ихтыяжды арттырған.

Урындағы халыҡтың шатлығын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты. Уның билдәләүенсә, Белем көнөндә республикала яңы мәктәптәр асыу изге йолаға әйләнгән. Зубов ауылындағы мәғариф үҙәге «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ул мәктәптән тыш, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын да берләштергән.

Республика етәксеһе уҡыу бүлмәләре менән танышып сыҡҡандан һуң башланғыс синыф уҡытыусылары менән аралашты. Шулай уҡ мәктәп ашханаһында Радий Хәбиров меню менән ҡыҙыҡһынды.

Яңы мәғариф үҙәгендә сифатлы белем алыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Заманса уҡыу бүлмәләренән тыш, балаларға мобиль компьютер кластары, тамашалар, спорт һәм гимнастика залдары булдырылған. Малайҙар өсөн шулай уҡ слесарь һәм ағас эше оҫтаханалары, ҡыҙҙарға йорт хужалығы һәм кулинария, тегеү кабинеттары бар.

Белем көнөндә Радий Хәбиров баш ҡала мәктәптәрендә лә булды. Ул 1-се лицейҙа һәм 159-сы мәғариф үҙәгендә ойошторолған тантаналы линейкаларҙа ҡатнашты. Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан белем усағы балалар һаны буйынса республикала иң ҙурҙарҙан һанала. Шуға ла уҡытыу ике сменала алып барыла.

Радий Хәбиров мәғариф усаҡтары менән танышып сыҡҡандан һуң, мәктәрҙәрҙе «Ҡанатлан» мәғариф проектына әүҙемерәк ҡушылырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ йәш быуындың күҙҙәрен дауалауҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙы.

«Ҡанатлан» проекты ярҙамында бөгөн республика мәктәптәрендә ете тиҫтәгә яҡын стоматология кабинеты эшләй. Әммә был әлегә күп түгел, шуға ла киләһе йылдарҙа уларҙың һанын ике тапҡырға арттырыу ҡарала. Тап ошо проект былтыр ғына 64 меңдән ашыу уҡыусының тешен һыуыҡтырыға мөмкилек биргән.

Фото №1 - Яңы уҡыу йылына – заманса мәктәп!

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ