Ағинәйҙәр коворкинг үҙәктә. Йылайыр районының Матрай ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Яңыртылған клубта эш алымдары ла яңыса. Хәҙер ауыл инәйҙәре ябай бүлмәлә түгел, ә коворкинг үҙәктә кәңәш ҡора. Нимәһе менән үҙенсәлекле был бүлмә һәм ниндәй мөмкинлектәргә эйә. БЮТ каналы хәбәрселәре ҡыҙыҡһынды.
Бәйләнештә Өфө. Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе менән башҡарылған эштәр барланып киләсәккә пландар билдәләнә. Бар донъя онлайн форматҡа күскәндә Матрай ауылы инәйҙәре лә ҡалышмай. Хәҙер бәләкәй генә йомош менән дә саҡырымдар үтеп баш ҡалаға йөрөйһө түгел.
Быға тиклем ағинәйҙәрҙең йыйылышып ултырыр урыны булмаған. Хәҙер улар мәҙәниәт йортоноң иң яҡшы бүлмәһен биләй. Фекер алышыу үҙәгенең яңы атамаһын да инәйҙәр тиҙ отоп ала.
Бында заманса технологиялар менән боронғо йолалар берләшә. Коворкинг үҙәктең бер өлөшө тотош музейға әйләнгән. Тап ошо маҡсатта бүлмә кәрәк ине лә, ти ағинәйҙәр.
Мәҙәниәт йортоноң төҙөкләндерелеүен ағинәйҙәр генә түгел, йәштәр ҙә түҙемһеҙләнеп көткән. Бейеүселәр ҙа ошоға тиклем ҡайҙа тура килә шунда шөғөолләнгән. Ләкин тирә йүндәге ауылдарға гастролдәр туҡтатылмаған. Хәҙер күнекмәләр залы данлы бейеү ансамблдәренекенән һис тә ҡалышмай.
Мәҙәниәт йортонда спортҡа ла урын табылған. Малайҙар хәҙер яңы, йомшаҡ келәмдә һәм манекендар менән бил һынаша. Өлкәндәрҙең ышанысын аҡларҙарына өмөт ҙур. Киләсәктә Матрай артистары менән генә түгел, спортсылары менән дә дан тотор, ти егеттәр.
Шулай ҙа клубта иң мөһиме сәхнә. Элеккеһе өсөн оялыстан ер аҫтына төшөрҙәй инек ,ти һәүәҫкәр артистар. Әйткәндәй тура мәғәнәһендә. Сәхнәнең таҡталары сереп тишек барлыҡҡа килгән була. Ә инде яңы сәхнәгә менән бейеге килеп кенә тора, ти Матрайҙар.
Айнур Кәбиров




