Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!

Яңы уҡыу йылында белем усаҡтарында коронавирусҡа ҡаршы хәүефһеҙлек талаптары үҙ көсөндә ҡала. Ишектән инеү менән, балаларға термометрия ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һәр синыф айырым кабинетта белем ала. Уҡытыу процессының оффлайн-форматта ойошторолоуы, бигерәк тә, беренсе синыф уҡыусылары өсөн мөһим. Сөнки улар белем тауына тәүге аҙымларын яһай. Өфө мәктәптәренең тантаналы линейкаларын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Барабансы ҡыҙҙар беренсе синыф уҡыусыларын тантаналы линейкаға саҡыра. Өфөнөң 35-cе гимназияһы биләмәһендә иртә менән байрамса атмосфера. Кисәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡупшы мәктәп формаһы кейеп, ҡулдарына гөлләмә, шарҙар тотоп белем тауына ашҡына. Ата-әсәләр ҙә ғәзиздәренән бер аҙым ҡалмай, тәүге уңыштарын күҙ йәштәре аша ҡыуанып күҙәтә.

Беренселәр тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына баҫып, шиғыр һөйләй. Хәтерҙәре яҡшы, ысын артистар кеүек илһамланып сығыш яһанылар. Иң мөһиме - уҡыуға ынтылыштары көслө. Йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон сағыла.

Рауил Бикбаев исемендәге 102-cе башҡорт гимназияһында быйыл беренселәрҙән биш параллель синыф булдырылған, һәр ҡайһыһында кәмендә утыҙ ике бала. Өлкән класс уҡыусылары кескәйҙәргә мәктәп буйлап виртуаль экскурсия ойошторҙо, йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Артабан майҙанда тәүге ҡыңғырау яңғыраны.

Яуаплы минут. Ете йәшлек Эриканы ун беренсе синыф уҡыусыһы Илсур Ғайсин йөрөттө. Егет үҙенең дә тәүге Белем көнөн һағынып хәтерләй, хатта, иҫтәлекле мәктәп йылдарын яңынан үтергә әҙер.

Беренселәргә ҡараһаң, уларҙа ҡурҡыу тойғоһо юҡ тиергә мөмкин. Уҡытыусылар ҙа балаларҙың йылдан-йыл ҡыйыуланыуын билдәләй. Шәрифә Хәсәнова ҡырҡ йылға яҡын мәғариф өлкәһендә эшләй, шуға малай-ҡыҙҙар менән уртаҡ телде тәүге көндән үк тапты.

Быйыл гимназияла 1300-ән ашыу бала белем аласаҡ, улар ике сменаға бүленгән. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, мәғариф учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә.

Быйыл да белем усаҡтарында ковид-19 инфекцияһына ҡаршы санитар-эпидемиологик талаптар һаҡлана. Уҡытыусылар битлектә булырға тейеш, шулай уҡ балалар менән дистанция һаҡлау мотлаҡ. Ошо маҡсатта кабинеттарҙа ла махсус билдәләр һыҙылған. Һәр класҡа айырым кабинет беркетелгән. Өлкән синыф уҡыусылары физика, химия, информатика, технология кеүек дәрестәргә генә икенсе бүлмәгә сығып уҡый ала. Сикләү саралары, тәү сиратта, балаларҙың хәүефһеҙлегән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото №1 - Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ