Республикала подъезд ремонты өсөн бүленгән аҡса тотонолошо тикшерелә

Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы подъезд ремонты өсөн бүленгән бюджет сығымдарын тотоноу буйынса тикшереүҙәр башлай. Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү барышында аҡса нисек тотонолоуын асыҡларға ҡушты. Башҡортостан етәксеһе Өфөнөң Калинин районында тәртипкә килтерелгән подъездарҙы ҡараны. Ул атҡарылған эштәрҙе тәнҡитләне.   

Республикала подъезд ремонты өсөн бүленгән аҡса тотонолошо тикшерелә

Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына Капиталь ремонт фонды етәксеһе менән осрашырға ҡушты. Программаны тормошҡа ашырғанда теркәлгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мөһим, тине Республика башлығы.

Республикала подъезд ремонты өсөн бүленгән аҡса тотонолошо тикшерелә

Радий Хәбиров Өфө парктарының торошона иғтибар кәрәклеген белдерҙе. Баш ҡалала йәшәүселәр яҡын арала төҙөкләндерелергә тейеш паркты һайлай ала. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә тауыш биреү иғлан итте. Тәҡдим ителгән исемлектә Урмансылар, Дим биҫтәһендәге үҙәк парк, Ленин исемендәге парктар, Аксаков баҡсаһы һәм башҡа урындар бар. Улар Өфөнөң юбилейына тиклем тәртипкә килтерелергә тейеш.

Фото №1 - Республикала подъезд ремонты өсөн бүленгән аҡса тотонолошо тикшерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ