Республикала уҙған тәүлектә коронавирус ҡорбандары 15 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып, үлем осраҡтары 1 мең 145-кә етте. Әле стационарҙа 679 пациент дауалана, уларҙың 64-те ауыр хәлдә. 12 сирле яһалма һулыш алыу аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 301 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Башҡортостанда халыҡты вакциналау дауам итә. Һуңғы тәүлектә прививка яһатыусылар исемлегенә 15 мең 723 кеше өҫтәлгән. Вакциналауҙы тулыһынса 994 мең 345 кеше тамамлаған. Ауырыуҙан һаҡланыу маҡсатында коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Табиптар фекеренсә, бының өсөн халыҡтың кәмендә 60 проценты вакцина эшләтергә тейеш.




