Йөрәктауҙа янғын менән көрәшәләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Йөрәктауҙың төньяҡ-көнсығыш һыртында ҡороған үлән һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар яна. Утты һүндереүгә 41 кеше, 9 берәмек техника, шул иҫәптән 2 трактор йәлеп ителгән. Өҫтәмә рәүештә эҙлә-ҡотҡарыу отряды килгән. Янғын урынына һыу ташыу ойошторолған. Бында 29 ирекмән дә бар. Запаста  70 ранец тотола. Ирекмәндәрҙең береһе Гүзәл Сәлимйәнова.

Йөрәктауҙа янғын менән көрәшәләр

Уттың торлаҡ йорттарға таралыу ҡурҡынысы юҡ, хәл контролдә тотола, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.

Фото №1 - Йөрәктауҙа  янғын менән көрәшәләр
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ