“Иртә менән картаға 10 мең һум аҡса килде”. Бөгөндән пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күсерелә башланы.
Рәсәйҙә бөтә пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелә торған ярҙам тураһында Рәсәй президенты Владимир Путин "Берҙәм Рәсәй" съезында белдерҙе. Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, банк картаһына пенсия алыусыларға аҡса бөгөндән күсерелә. Башҡа хаҡлы ялдағылар түләүҙе пенсияларына өҫтәп ала.







