Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алған Гөлназ Ишемғужина республика университетын һайлаған

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алған Гөлназ Ишемғужина республика университетын һайлаған

    Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл алыусыларҙың исемлеге вуздар буйлап “бүленеш картаһы”нда урынлаштырыла. Улар ил һәм һәр төбәк буйынса имтихан һөҙөмтәләренең дөйөм картаһына индерелә. “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелёва шулай итеп уларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәҡдим итә.

    Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алған Гөлназ Ишемғужина Рәсәйҙең абруйлы университеттарына инә алһа ла, Өфөлә ҡалырға булған. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлаған. “БДИ-ға әҙерләнгән, уҡыуға етди иғтибар биргән кешеләр уңышҡы ирешә. Мин 150 мең һум премия алыу маҡсатында ғына баш ҡалабыҙҙа ҡалманым. Ниндәй вузда белем алһаң да, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Конкурентлы булыу өсөн тырышырға кәрәк. Хеҙмәт яратыу мөһим. Был аҡсаны мин үҙемдең үҫешем өсөн ҡулланам”, - тип белдерҙе Гөлназ.

    Башҡортостанда быйыл 104 уҡыусы иң юғары балл алды. Республика уҡыу йорттарына инеүселәргә Башҡортостан башлығы башланғысы менән бер тапҡыр  бирелә торған премия булдырылды. Уның суммаһы 150 мең һум.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ