“Гагарин Кубогын көтәбеҙ. Уның өсөн көрәшәсәкбеҙ”. Бөгөн Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән осрашты. Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, был миҙгел команда өсөн юбилей йылы булып иҫәпләнә. Клубҡа нигеҙ һалыныуға – 60, Гагарин Кубогын алыуға 10 йыл тула.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл “Салауат Юлаев” клубының иҡтисади проблемалары булмаясаҡ. Республика етәкселеге байтаҡ компаниялар менән һөйләшеү уҙғарған.




