Бөгөн йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты иҫкә ала

Беҙҙең арала булһа, уға 71 йәш тулыр ине. Шамил Шәрифйән улы күренекле педагог Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар әйтеүенсә, ул коллективтың таянысы була. 

Бөгөн йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты иҫкә ала

Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар булһа ла, ул һөнәренә хыянат итмәне. Кешеләргә күңел йылыһын өләште, йырҙары ярҙамында матурлыҡ, сафлыҡ таратты, ти йырсының ике туған һеңлеһе, республика милли медицина палатаһы етәксеһе Дамира Сабирйәнова.

Бөгөн йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты иҫкә ала

Шамил Хәмәҙинуровтың йырҙары беҙҙең радионың алтын фондында  һаҡлана.

Фото №1 - Бөгөн йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты иҫкә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ