Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 1 мең 145 кешенең ғүмерен өҙгән. Үлеп ҡалыусыларҙың 914-е 60 йәштән өлкәндәр. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 301 кеше өҫтәлгән.
Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 166 меңдән ашыу кешегә яһалған. Барлығы 1 миллион 15 мең 426 кеше прививка эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 15 мең 723 кешегә тулыланған.




