Башҡортостанда аҙнанан ашыу Ковид-19 сиренән вафат булыусылар һаны – тәүлегенә 14-15 кеше кимәлендә ҡала. Көн һайын төбәктә 300-ҙән ашыу кешенең коронавирус инфекцияһы йоҡтороуы асыҡлана.
Пациенттарҙың күбеһе вакцина ҡаҙатмаған, ти табиптар. Стәрлетамаҡ Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһында 354 кеше дауаланыу үтә, уларҙың 31-е реанимацияла. «Ҡыҙыл зона»нан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Уларҙың һәр ҡайһыһына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Дамира Әмирханова дәфтәр битенә уны дауалаусы табип, шәфҡәт туташтарының исемдәрен яҙып бара. Пациент «Ҡыҙыл зона»нан ошо исемлекте генә алып сығырға һәм бал ҡорттары кеүек йүгереп йөрөгән аҡ халатлыларға артабанғы көндәрендә рәхмәттәр уҡырға ниәтләй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар клиникаһы рекордлы ваҡытта төҙөлөп, былтыр 21 декабрҙә асылғайны. Заманса үҙәктә пациенттың һаулығы төрлө йыһаздар ярҙамында күҙәтелә. Лаборатор тикшереүҙәр бинаның «йәшел зона»һында үткәрелә. Көнөнә - 300-ләп, ярты йыл эсендә 500 меңдән ашыу анализ өлгөләре тикшерелгән.
Шулай уҡ «Йәшел зона»ла палаталарҙы кислород менән тәьмин итеүсе ике газификатор урынлашҡан. Ә бына үпкәнең зарарланған порцентын тикшереү госпиталдең «ҡыҙыл зона»һына ҡарай.
Пациенттарға аңлайышлы булһын өсөн рентген аппараты башҡортса һөйләшә. Компьютер томографияһын клиникала дауаланыусылар ғына түгел, күрше райондарҙан да килеп үтеүселәр ҙә бар. Бының өсөн алдан яҙылыу шарт.
Клиниканың бала табыу бүлеге әлегә буш торһа ла, бар ҡоролмалар һәм белгестәр һаҡ аҫтында. Ковид менән сирләүсе йөклө ҡатындар башлыса Өфөгә ебәрелә. Ләкин штаттан тыш хәл булған осраҡта, Стәрлетамаҡ госпиталендә ҡабул ителәсәк. Унан айырмалы рәүештә, операциялар яһау бүлегендә көн дә тиерлек сирлеләргә әмәлиәт башҡарыла.
Үпкәне яһалма елләтеү аппараты аҫтында ятыусылар әлегә юҡ. Пациенттарҙың күбеһе Сипап ярҙамында кислород ала. Тәүҙә өйҙә дауаланырға тырышып, сирлеләр башлыса ауыр хәлдә килә, ти табиптар.
Киләһе сменаға баҫыр алдынан, табиптарҙың ял сәғәттәре клиника янындағы ятаҡханала үтә. 40 урынға иҫәпләнгән 13 бүлмәлә ситтән килеп эшләүселәр йәшәй. Яңы көн – яңы пациенттар. Ҡыҙғанысҡа, ауырыусылар һаны кәмемәй. Оҙайлы дауаланыуҙан һуң, төҙәлеп барған пациенттың яҡындары ғына түгел, табиптар ҙа шатлана.
Әлфинә Килдейәрова




