Йоғошло сирҙән прививка яһатыу өсөн республикаға 1 миллион дана вакцина килтерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин прнививканы тәүгеләрҙән эшләтте.
Студент йылдарынан алып бөгөнгә тиклем прививканы даими эшләтеп килгән чиновник бер тапҡыр ҙа грипп менән ауырығаным юҡ, тип билдәләй. Табиптар тәү сиратта өлкән йәштәге кешеләргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға һәм сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләргә вакцина ҡаҙатырға кәңәш итә.
Дөйөм алғанда, республика буйынса 2 млн 400 мең кешегә гриппҡа ҡаршы прививка яһау күҙаллана.
Флорида Ким




