Өфөнөң Һәҙиә Дәүләтшина урамын ремонтлау сентябрь уртаһына тамамланасаҡ

Был турала бөгөн Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығында уҙған матбуғат конференцияһында белдерелде. Тармаҡ белгестәре ҡатнашлығындағы осрашыу «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыуға арналды. Башҡарылған эштәр һәм алда торған бурыстар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфөнөң Һәҙиә Дәүләтшина урамында йәшәүселәр өсөн экскаваторҙың тауышы моңло йыр һымаҡ. Сөнки был техника әле юлды киңәйтеү менән мәшғүл. Йылдар буйы бер яҡлы хәрәкәт рөхсәт ителгән арауыҡ ике һыҙатлыға әйләнә. Машинист Раил Шафиҡов та ҡыуанысын йәшермәй, халыҡ өсөн кәрәкле объекттарҙа эшләү күңелде күтәрә, техника ла бик уңайлы.

Әле Һәҙиә Дәүләтшина урамындағы ике километрға яҡын ара ремонтлана. Асфальт ҡатламы һалыуҙан тыш, машиналар ҡуйыу өсөн өҫтәмә урындар яһала, бордюрҙар яңыртыла. Юлсылар әйтеүенсә, эште ойоштороу менән бәйле бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡ юҡ, бары тик водителдәр үҙҙәре генә ҡамасаулай. Хәрәкәт сикләнеүгә ҡарамаҫтан, күптәр тап ошо урам аша уҙа, хатта тимер аттарын да ташлап китә.

Октябрь Проспектынан Комсомол урамына тиклем капиталь ремонтты 15 сентябргә тиклем тамамлау ҡаралған. Артабан инде Завод урамына тиклем участок тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү «Хәүефһеҙ, сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Белгестәр әйтеүенсә, был программаға ингән объекттар тулыһынса яңы һулыш ала.

Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 242 объектты ремонтлау ҡаралған, уларҙың бер өлөшөндә эш тамамланған да инде. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, быйыл ошо маҡсатта федераль бюджеттан 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленгән. Киләһе йылға финанслау күләмен арттырыу шарт.

Юлдар – тормош артерияһы, милли проект сиктәрендә башҡарылған ремонт эштәре юлдарҙың сифатын күпкә яҡшырта, улар тейешле нормативтарға тура килтерелә. Был үҙ сиратында юл фажиғәләренең кәмеүенә лә килтерә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта аварияларҙа һәләк булыусылар 40, Өфөлә 16,7 процентҡа әҙәйгән.

Фото №1 - Өфөнөң Һәҙиә Дәүләтшина урамын ремонтлау сентябрь уртаһына тамамланасаҡ

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ