Көтөп алынған төҙөлөш. Өс йыл элек Өфөнөң Маршал Жуков урамындағы йорттарҙың береһендә тотош бер подъезд йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылғайны. 36 ғаилә тиҙ арала ҡаланың Ғәҙәттән тыш хәлдәр фондына күсенә.
Әммә был ваҡытлыса ғына ҡаршылыҡтар. Милекселәр республика адреслы инвестиция программаһына индерелә, киләһе йыл Сипайлово биҫтәһендә яңы фатир туйлаясаҡ. Ун ете ҡатлы объект төҙөлөшө финиш һыҙығына яҡынлашҡан.
Электр-монтажлау, штукатур-маляр эштәре бара. Әйткәндәй, бында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса тағы ла 26 ғаиләгә квадрат метрҙар ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина




