Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Республика етәкселеге бер төркөм компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барған. Алтмышынсы миҙгелде ҡаршылаған команда теүәл ун йыл элек Гагарин Кубогын яулағайны. Төбәк башлығы быйыл да яҡташтарыбыҙ Континенталь Хоккей лигаһында һынатмаҫ тип ышанысын белдерҙе.
Иртәгә «Салауат Юлаев» яңы миҙгелдең тәүге матчында ҡатнаша. Нур-Солтандың «Барыс»ы менән осрашыу үтә. Радий Хәбиров Башҡортостан командаһының уңышлы сығыш яһауында шикләнмәүен билдәләне. Осрашыу аҙағында юлаевсылар республика етәксеһенә бүләктәр тапшырҙы. Төбәк етәксеһенә уйын формаһы менән команда лидеры Теему Хартикайнендың сәкәнен бирҙеләр.
Гөлназ Хәйбуллина




