Хәтер мәңгелек. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма артистары баш ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән сәхнә оҫталарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе.
Яңы ижади миҙгел алдынан актерҙар республика сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған талант эйәләрен иҫкә алды. Өмәлә ҡатнашыусылар хәтер сараһының ижадсыларҙы берләштереүе, рухи көс өҫтәүен билдәләне.
Флорида Ким




