Иглин ауылының 1-cе мәктәбендә беренсе һәм бишенсе синыф уҡыусылары яңыртылған эш программалары буйынса белем аласаҡ
Билдәле булыуынса, учреждениела 155 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырған. Беренселәрҙен ете синыф булдырыла. Кабинеттар иркен, йәйгеһен мәктәптә косметик ремонт ойошторолған, матди-техник база нығытыла.
Дөйөм алғанда, районда туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, уларҙың меңдән ашыуы беренсе синыфҡа барған. Уҡытыусылар билдәләүенсә, үҫеп килгән быуында белемгә ынтылыш көслө.
Гөлназ Хәйбуллина




